11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 11:33

Күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә 60 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо

автор: Елена Макушина

Былтыр Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү системаһы үҙгәртелде. Республика биш һәм унан күберәк балалар тәрбиәләнгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә ҡарата яңы социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе үҙ өҫтөнә алды.

Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары семинарында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, ғаиләләрҙең был категорияларына торлаҡ сертификаттары бирелә. Бөгөнгө көнгә 25 күп балалы ғаилә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшырта алды ла инде, Благовещен районынан тағы өс ғаиләгә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелде.

Был маҡсаттарға республика бюджетынан 60 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.