10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 11:10

II республика шиғри тәржемә конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында II Республика шиғри тәржемә конкурсына йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үткәрелде.

2009 йылда йыл һайын БР Яҙыусылар союзының әүҙем ярҙамында «Бельские просторы» журналы тарафынан үткәрелгән шиғри тәржемә конкурсы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Ижади ярыш өсөн Мостай Кәримдең күләме буйынса ҙур булмаған, әммә тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә булған “Бәхетлеһеңме?” шиғыры тәҡдим ителде.

«Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин хәбәр итеүенсә, редакцияға 100-ҙән ашыу әҙәби тәржемә килде. Конкурста профессиональ тәржемәселәр ҙә, журнал уҡыусылар ҙа ҡатнашты, улай ғына ла түгел, ижади ярыш географияһы Рәсәй масштабтарына тиклем киңәйҙе: авторҙар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь һәм Ҡурған кешеләре лә бар.

Тәүҙә тауыш биреү аноним рәүештә үткәрелде. Һөҙөмтәлә финалға ете эш сыҡты. Уларҙың авторҙары — «B.IQ» белем биреү корпорацияһы директоры Игорь Садоков; шағирә, I Республика шиғри тәржемә конкурсы лауреаты Кристина Андрианова; шағир һәм яҙыусы Вадим Богданов;  йәш әҙәбиәтсе Андрей Кадынцев; иҡтисад фәндәре докторы, шағир, I Республика «Слово» конкурсы лауреаты Лилия Кликич; Салауат шағиры Николай Краснощеков; «Бельские просторы» журналының 2007 йылдағы «Тәржемә» номинацияһындағы премия лауреаты шағир Сергей Янаки.

Игорь Садоков иң күп тауыштар йыйҙы. Ул үҙен шиғырҙар тәржемәсеһе ролендә тәүге тапҡыр һынаһа ла, уның тәржемәһе иң уңышлыһы тип танылды. Игорь Садоков II Республика шиғри тәржемә конкурсы лауреаты тип аталды. Ҡалған финалистар конкурста ҡатнашҡан өсөн дипломдар алды.

Еңеүселәргә наградаларҙы жюри рәйесе — Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев тапшырҙы.

Бынан тыш, бөтә финалистар ҙа «Бельские просторы» журналынан аҡсалата премиялар алды. Өс автор: Игорь Садоков, Сергей Янаки һәм Вадим Богданов – рус һәм рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе Владимир Денисов исеменән премиялар менән дәртләндерелде.

Рауил Бикбаев әйтеүенсә, тәржемәселәр ҙур изге эш башҡара: улар, тәржемә ителгән әҫәрҙәргә бөтә күңелен һәм талантын һалып һәм уларҙы башҡа халыҡтарға еткереп, тел барьерҙары аша үтеүгә, авторҙарҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

— Республика шиғри тәржемә конкурсы дауам иттереләсәк. Тәржемәселәрҙең яңы быуынын күреү бик ҡыуаныслы. Барығыҙға ла уңыштар һәм уңышлы ижади хеҙмәттәшлек теләйем, — тине Рауил Бикбаев.