3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 10:26

Социаль һәм хоҡуҡ мәсьәләләре хакимиәт башлыҡтарының иғтибар үҙәгендә

автор: Елена Макушина

Өфөлә республика ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының семинары дауам итә. Бөгөн, семинарҙың дүртенсе эш көнөндә, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләр блоктары ҡараласаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов муниципалитеттар башлыҡтарына төбәк һәм урындағы кимәлдәрҙә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү алгоритмы хаҡында һөйләйәсәк.

Пенсия страховкаһы, социаль партнерлыҡ темаларына сығыштар планлаштырылған.

Быйыл июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреүгә әҙерлек буйынса төп бурыстар тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һөйләйәсәк. Вице-премьер шулай уҡ муниципаль киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенә анализ яһаясаҡ.

Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров хакимиәт башлыҡтарына “Беҙҙең яңы мәктәп” Президент инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә хәҙерге заман муниципаль белем биреү моделе тураһында һөйләйәсәк.

Хоҡуҡ блогы именлек һәм прокуратура, Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә арналасаҡ. Ведомство-ара йәмәғәт именлеге Советы секретары Александр Шабрин терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеүҙә, наркоманияның таралыуына ҡаршы тороуҙа урындағы үҙидара органдарының роле тураһында хәбәр итәсәк. Хакимиәт башлыҡтары алдында төбәктең көс структуралары етәкселәренең дә сығыш яһауы көтөлә.