9 декабрь, Йома

21 ғинуар 2010 йыл, 9:59

Иң яҡшы профсоюз баҫмаһы Өфөлә сыға

автор: Әлим Фәйезов

Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы 2009 йыл өсөн журналистарҙың ижади конкурсына йомғаҡ яһаны. Иң абруйлы “Иң яҡшы профсоюз баҫмаһы” номинацияһында “Действие” ижтимағи-сәйәси гәзите еңеүсе тип танылды, уның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы.

«Действие» гәзитенең баш мөхәррире Дмитрий Ефремов хәбәр итеүенсә, 2010 йылдың июлендә баҫма үҙенең 20 йыллығын билдәләйәсәк. Уны ошолай юғары таныу – юбилейға ҡарата иң яҡшы бүләк.