10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 9:08

Муниципаль берәмек етәкселәре “Алексеевка” совхозы менән таныша

автор: Ғәлиә Нәбиева, Юлия Антипина | фото: Олег Яровиков

Муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтары Өфөлә барған семинар нигеҙендә “Алексеевка” совхозында аграр сәнәғәтенең алдынғы технологиялары менән танышты. Улар заманса һөт эшкәртеү цехын, мал тотолған биналарҙы, газотурбина ҡулайламаһын ҡараны, йылытма комбинаты бүлексәләренән йөрөп сыҡты.

“Алексеевка” совхозы – күп тармаҡлы хужалыҡтың сағыу өлгөһө. Бында бер юлы асыҡ һәм һаҡлаулы тупраҡта йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнәләр, тоҡом һәм һауын малын үҫтерәләр. Совхозда ауыл хужалығын эшкәртеү тулыһынса яйға һалынған. Улар агросәнәғәт производствоһының иң яңы технологияларын ҡуллана.  

Йәшелсәлек йүнәлешендә эшләгән  был предприятие һуңғы йылдарҙа һауын малсылығын уңышлы үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Заманса малсылыҡ комплексы төҙөлгән. 2002 йылдан хужалыҡ лизингы буйынса Дания, Германия, Голландиянан тоҡом малын – юғары продуктлы ҡара-ала голштин-фриз, ҡыҙыл-ала голштин тоҡомон һатып алған. 2009 йылда Финляндиянан айршир нәҫеленән бер партия ҡайтартҡандар. Бөгөн хужалыҡта 1770-тән ашыу мөгөҙлө эре мал (КРС) бар, шулар иҫәбендә 720 һыйыр малы. 2009 йылда фураж һыйырынан көндәлек һауым 8168 килограмға еткән.  

Совхозда һөт тә эшкәртелә. Муниципалитет башлыҡтары һөт заводы эшмәкәрлеге менән танышты. 2009 йылда завод 5660 тонна һөт эшкәрткән. “Алексеевка” маркаһы менән сығарылған һөт аҙыҡтарының ассортименты бай. Быларҙан тыш хужалыҡта йылына 1300 тонна он, 500 тонна икмәк-ҡалас аҙыҡтары сығарыла.

Алексеевка эшсәндәре матди сараларҙы һаҡсыл тотоноуға ла ҙур иғтибар бирә. Газ турбинаһы ҡулайламаһын сафҡа индереү арҡаһында, мәҫәлән, 14 миллионға яҡын суммаға экономия яһалған. Йылытма комбинатында яҡтылыҡ культураһы – томат һәм ҡыяр үҫтереүгә мөмкинлектәр артҡан.

Семинарҙа ҡатнашыусылар йылытма комбинатының бүлексәләрен ҡараны. Уҙған йылда комбинат тарихында беренсе тапҡыр бишенсе бүлексәнең тәпәш йылытмаһында Әминә Ҡотлобаева звеноһы квадрат метрҙан “Жеронимо” томатынан 45 килограмм уңыш алған. Юлия Ворсина звеноһында (икенсе бүлексә) “Макарена” 44,5 килограмм биргән. Шәхси иҫәп буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр йәшелсә үҫтереүсе Гөлнара Ямалеевала – 47,4 кг/кв.м, Флүзә Мөхәмәтйәновала – 47,3 кг/кв.м.  

Совхоз продукцияһы һәм уңыштары хаҡында республиканан ситтә лә билдәле. Предприятие – “Алтын көҙ” бөтә Рәсәй конкурсының даими еңеүсеһе. 2009 йылда “Алексеевка” совхозы бер юлы дүрт алтын миҙал яуланы. 2006-2009 йылдар йомғаҡтары буйынса “Алексеевка” АГРО-300 рейтингыһында йәнә алдынғы йөҙ предприятие исемлегенә инде.