8 декабрь, Кесе йома

20 ғинуар 2010 йыл, 17:49

Булат Йосопов уҡыусылары фильмдарын тәҡдим итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

26 ғинуарҙа Рәсәй кинематографияһы үҙәгендә – Өфөнөң «Родина» кинотеатрында  — ҡыҫҡа метражлы туғыҙ фильмдың премьераһы көтөлә. Булат Йосопов киномәктәбе сығарылышы Гүзәл Андарйәнова, Лилиә Ғәлләмова, Ирина Горькова, Вадим Мелешко, Алиса Ерохина, Радмир Рәхимов, Эмиль Вәлишин, Юлиә Вәлиева, Юлиана Абдрафиҡова дебют эштәрен Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығара.

Һуңынан фильмдар тураһында тамашасы менән фекер алышыу ҙа ҡаралған.  

Раҫланған программаға ярашлы, Киномәктәптә уҡығандың беренсе айы режиссер оҫталығы теорияһын өйрәнеүгә арнала. Икенсе айҙа иһә уҡыусылар үҙҙәренең фильмдарын төшөрә башлай. Кино төшөрөү һәм монтаж “Башҡортостан” киностудияһының белгестәре етәкселегендә алып барыла.

Режиссер һөнәре нигеҙҙәрен биреүҙән тыш, алған белемде практикала ҡулланыуға ярҙам итеү Булат Йосопов Киномәктәбенең үҙенсәлеге  иҫәпләнә. 2009 йылда Киномәктәп режиссерҙары 26 фильм төшөргән.

Проект Өфө ҡалаһының Йәмәғәт фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.

темалар: кино