11 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 17:39

“Керәшен һыуыҡтары” фестивале асыла

автор: “Башинформ”

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Керәшен һыуыҡтары-2010”  республика йәштәр эстрада йырҙары һәм бейеү фестивалендә ҡатнашыусыларға  ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һеҙҙе Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиға – “Керәшен һыуыҡтары” республика йәштәр эстрада музыкаһы һәм бейеү фестивале асылыу менән ихлас ҡотлайым!

Ун алтынсы йыл рәттән был фестиваль республикала сираттағы конкурс миҙгелен аса. Ул Башҡортостандағы үҙешмәкәр һәм профессиональ художество мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә мөһим  этәргес бирә. Ошо сағыу форумдың республика ҡала һәм райондарынан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә талантлы яңы музыканттар, башҡарыусылар һәм бейеүселәр  исемдәрен асыуы ҡыуаныслы. Быйыл да фестиваль тамашасыларға байрам атмосфераһы бүләк итер, ә унда ҡатнашыусыларҙың ижады һәм таланты Башҡортостандың һәм бөтә бөйөк Рәсәйҙең күп милләтле халҡын рухи байытыуға киләсәктә лә ыңғай йоғонто яһар, тип ышанам.

Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, бөтмәҫ илһам һәм яңы ижади осоштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.