10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 17:32

Өфөгә “Теләктәр океаны” һыу циркы килә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

30 ғинуарҙа Өфө дәүләт циркында “Теләктәр океаны” яңы экзотик программаһы башлана. Яна Шевченко етәкселегендәге цирк коллективы Өфөгә ғәҙәттән тыш  һәм матур шоу килтерәсәк. Унда барған бөтә нәмә диңгеҙ стихияһы менән бәйләнгән.

Өфө циркынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлы таныш манеж урынына тамашасылар уртала фонтан менән һыу күрәсәк. Манежда монтажланған бассейн эсенә 120 тонна һыу тултырылған. Бындай һыу тамашалары ҡалабыҙҙа бик һирәк күренеш.

Һыу стихияһы менән дуҫлыҡ артистарҙың репертуарын һис тә сикләмәй, ә, киреһенсә, уларға сығыштарына күп яңылыҡ индерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, һыу циркы программаһында —һыуҙа балет, моноциклдарҙа эквилибристар сығыштары, иллюзия, акробатика, пластик этюд, ҡайыштар менән һауа гимнастикаһы, крокодилдар һәм питондар менән номерҙар.

Һәр цирк тамашаһындағы кеүек, бында төп герой — клоун да бар, ул төрлө хәлдәргә ҡарап, йә хыялланыусы, йә йырсы, йә бөтә теләктәр ҡабул булған әкиәт илендә диңгеҙ алыштарында ҡатнашыусы булып алға баҫа.

темалар: цирк