10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 17:09

Төньяҡ халҡына вертолеттарҙы Ишембайҙың «Витяз»е алмаштырасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Ишембайҙың «Витяз»е «Сорғотнефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә кеше һәм йөк ташыр өсөн үҙенең вездеходтарын ебәрергә әҙер. Ике быуынлы сылбырлы тәгәрмәсле транспортерҙар әлеге ваҡытта вертолет техникаһына альтернатива сифатында күҙаллана. Әгәр һынауҙар уңышлы үтһә, йәй башында уҡ компания Ишембай вездеходтарының бер партияһын һатып алыу тураһында ҡарар итәсәк, тип хәбәр итә “Силәбе трактор заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белгестәр ер өҫтөнән йөк ташыуы күпкә арзанға төшә, тигән фекерҙә. Шулай уҡ Ишембайҙың һаҙлыҡ аша йөрөүсе машиналарын синоптиктар прогнозы ла ҡурҡытмай.

Әлеге көндә «Витязь» машиналар төҙөү компанияһы» Силәбе трактор заводының бүлендек предприятиеһы иҫәпләнә. Юл һәм климаттың ҡатмарлы шарттарында йөк һәм кешеләрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән бөтә ерҙән дә үтә алыусы ер өҫтө транспорты төҙөлөшө буйынса был компания алдынғылар иҫәбендә.  

«Витязь» — Рәсәйҙә ДТ ғаиләһенә ҡараған ике быуынлы сылбырлы тәгәрмәсле уникаль транспортерҙар төҙөүсе берҙән-бер предприятие. Компания биштән алып 30-ға тиклемге йөк күтәреүсәнлектәге машиналарҙың алты төп модификацияһын, шулай уҡ «Витязь» транспортеры шассиһына ултыртылған транспорт һәм технологик комплекстарҙың 30 вариантын сығара.