7 декабрь, Шаршамбы

20 ғинуар 2010 йыл, 16:54

Башҡортостандың профессиональ элитаһы тулыланды

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы көнө БР Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Производство алдынғылары, ижади интеллигенция һәм йәмәғәтселек вәкилдәре төбәк башлығы ҡулынан отличие билдәләре, Хөрмәт грамоталары һәм рәхмәт хаттары алды.

—Лайыҡлы наградаларҙы тапшырыу, моғайын, иң күңелле мәлдер, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Бөгөн бында республиканың социаль-иҡтисади именлегенә тос өлөш индергән кешеләр йыйылған бит.

Көрсөк республиканың иҡтисади күрһәткестәренә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. БР Президенты үҙе лә, 2009 йыл бынан алдағыһынан ҡатмарлыраҡ булды, тип таныны. Әммә башҡа субъекттар фонында Башҡортостанда хәл күпкә тотороҡлораҡ. Төбәктә производство стагнацияһына юл ҡуйылманы, эшһеҙлекте мөмкин тиклем кәметеүгә, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеүгә өлгәшелде. Ваҡлап һатыу тауар әйләнеше кеүек күрһәткес тә 2008 йыл менән сағыштырғанда үҙгәрмәне тиерлек.

Башҡортостанда был ҡатмарлы йылда граждандарҙың йәшәү сифаты насараймаһын өсөн барыһы ла эшләнде. Көрсөккә ҡарамаҫтан, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү буйынса уникаль проект эшләнде һәм уңышлы тормошҡа ашырыла. Меңәрләгән бюджет хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренең Өфө ситендә үҙ йорттары буласаҡ.

— Кәмендә 5000 коттедж төҙөләсәк, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Әйткәндәй, торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан ил буйынса дүртенсе урынды биләй.

Беҙҙә тыуым артыуы ла төбәктәге хәлдең насар булмауы хаҡында һөйләй. Былтыр 55 меңдән ашыу бала тыуҙы. Ә был йәмғиәт именлегенең төп барометры. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанс һәм милекселек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Римма Үтәшева әйтеүенсә, йәштәрҙең киләсәккә ышанысы булғанға күрә лә тыуым арта.

БР Хөрмәт грамотаһы менән наградланған Римма Үтәшева Президентҡа дөйөм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һәм, атап әйткәндә, медицина хеҙмәткәрҙәрен яҡлаған өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, тантана барышында традиция буйынса медиктар ҙа наградланды.

— Практик һаулыҡ һаҡлау, мәғариф берҙәмлеге һәм Президент яҡлауы арҡаһында беҙҙең медицина Рәсәйҙә алдынғы урын яуланы, – тине “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” исеменә лайыҡ булған БДМУ профессоры Гүзәл Сафуанова. – Ә ҡан ауырыуҙары менән сирләүселәр донъя стандарттары кимәлендә дауалау ала.

Ә кохлеар имплантацияны үҫтереү буйынса республика программаһы!  Ҡиммәтле операциялар республика бюджетынан түләнә, әммә төбәгебеҙ властары бер ваҡытта ла кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға аҡса йәлләмәй.

– Көнбайышта һаңғырау кешеләр бөтөнләй юҡ, — ти Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Был операциялар балаға тулы ҡанлы тормош ҡайтарырға ярҙам итә.

«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Экономика и управление» журналы баш мөхәррире Әнәс Мәхмүтов бүләкләнде.

— Беҙгә йыш ҡына башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар бер үк һорауҙы бирә: бөтә ерҙә көрсөк, ә Башҡортостанда – тотороҡлолоҡ, сағыштырмаса тыныс. Бының сәбәбе ниҙә һуң, тип һорай улар, — ти Әнәс Хөсәйен улы. – Ә беҙ уларға, беҙҙә фәнни нигеҙләнгән иҡтисадты үҫтереү программаһы бар, тип яуап бирәбеҙ...

— Һәм эшһөйәр Башҡортостан халҡы, — тип өҫтәне Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

— Һәм аҡыллы социаль-иҡтисади сәйәсәт, реформалар трансформацияһы үткәреүсе Президент, — тип дауам итте. Мәхмүтов.

Машина эшләүселәр, металлургтар, врачтар, ғалимдар, энергетиктар, артистар, водителдәр, төҙөүселәр… Хеҙмәт кешеһе һәр ваҡыт лайыҡлы баһаланасағын тағы бер тапҡыр раҫлаусы тантанаға  бөгөн төрлө һөнәр кешеләре йыйылған. Һәм был лайыҡлы кешеләр Башҡортостандың профессиональ элитаһы исемлеген тулыландырҙы.