6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 16:14

«БашФармация» һәм «Таттехмедфарм» хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: "Башинформ" МА

«Таттехмедфарм» дәүләт унитар предприятиеһына килгән Башҡортостан Республикаһының «БашФармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Марсель Тойғонов ике төрҙәш предприятие хеҙмәттәшлегенең юлға һалыныуы тураһында белдерҙе. Татарстан предприятиеһының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма яһап, «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эште ойоштороу буйынса күршеләрҙең тәжрибәһен үҙләштереү – эш сәфәренең төп маҡсаты.

Марсель Тойғонов келәттәрҙе, аптекаларҙы, «Таттехмедфарм»дың офисын ҡараған. Етәксе, шулай ҙа, Татарстанда дарыуҙар менән тәьмин итеү системаһына күберәк иғтибар биргән.  

«Таттехмедфарм» бик һәйбәт тойғолар ҡалдырҙы,  — тине Марсель Тойғонов. — Дәүләт аптекалары эшен ойоштороу системаһы ла оҡшаны, шәхси эшҡыуарҙарҙы, медицина учреждениеларын дарыу саралары менән тәьмин итеү эшенең ҡуйылыуы ла шәп. Дарыуҙарға үҙәкләштерелгән һатып алыу булдырылғанда экономияланған сараларҙың күләме ғәжәпләндерә. Татарстандағы коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһе бик мөһим беҙгә, шуға күрә «Таттехмедфарм» предприятиеһы менән киләсәктә хеҙмәттәшлек итергә өмөтләнәбеҙ.