9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2010 йыл, 15:37

Республика мәктәп уҡыусылары информацион технологиялар буйынса белем кимәлен баһалай

автор: Эльмира Сабирова

Информатика һәм информацион технологиялар буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп һәм муниципаль этабын уңышлы үткән 99 һәләтле бала артабан төбәк этабында ҡатнашыу өсөн Салауатта йыйыласаҡ. Ул быйыл беренсе тапҡыр Өфөнән ситтә, 12-се урта белем биреү мәктәбе нигеҙендә үткәрелә. Олимпиаданы тантаналы асыу сараһы 21 ғинуарға билдәләнгән. Ул ике турҙа үтә.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы ҡышҡы каникулдарҙан һуң старт алғайны. БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйыл был сарала Башҡортостан мәктәптәренән 2700-гә яҡын уҡыусы ҡатнаша. Информатика буйынса быйылғы олимпиада иҫәбе буйынса ун беренсе. Ә тәүгеһе 1988 йылда Свердловск ҡалаһында булып, Бөтә союз исемен йөрөтә ине. Ул ваҡытта союз республикаларынан 80 уҡыусының ҡатнашыуы билдәле.  

Уҡытыусылар фекеренсә, бындай саралар юғары класс уҡыусыларына теге йәки был предмет буйынса белем кимәлдәрен аныҡ баһалау өсөн генә түгел, шул уҡ мәлдә тормош юлында артабан кәрәк буласаҡ сифаттарҙы үҫтерергә лә булышлыҡ итә.

темалар: мәғариф