9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2010 йыл, 15:14

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу миграция процестарын да күҙ уңында тотасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышында дәүләт статистика органдары миграция хеҙмәте менән бергә халыҡтың миграцион хәрәкәтен ентекле статистик иҫәпкә алыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың 14 октябренән 25-енә тиклем үтәсәк. Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең граждандарҙың йәшәгән урын буйынса теркәлеү һәм иҫәптән төшөүҙе күҙәтеү ҡағиҙәләрен тикшереүе мөһим әҙерлек сараһы булып торасаҡ. Бындай тикшереүҙәр республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында үтәсәк. Улар теркәлмәйенсә, паспортһыҙ, ғәмәлдән сыҡҡан паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документтар буйынса йәшәгән граждандарҙы асыҡлаясаҡ. Был иҫәп алыу барышында халыҡтың күпме булыуы тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт алыуҙы тәьмин итәсәк.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә Башҡортостанстат менән Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы араһында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә ҡарар ителде.