2 декабрь, Йома

20 ғинуар 2010 йыл, 14:37

Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү мәсьәләләре

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү һәм студенттар хеҙмәт отрядтары хәрәкәтен үҫтереү БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында 21 ғинуарҙа үтәсәк түңәрәк өҫтәлдең төп темалары буласаҡ.

Дискуссия майҙансығы министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, мәшғүллек хеҙмәттәре етәкселәренең иғтибарын йәштәрҙең иң актуаль проблемаларының береһе – эш менән тәьмин итеүгә йәлеп итергә тейеш. Үрҙә һанап кителгәндәрҙән тыш, түңәрәк өҫтәлдә юғары уҡыу йорттары проректорҙары, урта махсус уҡыу йорттары директорҙарының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙары, студенттар хеҙмәт отрядтары ветерандары ҡатнашасаҡ.

Йәш быуынды эш менән тәьмин итеү проблемаһын һөҙөмтәле хәл итеү механизмдарының береһе булып студенттар хеҙмәт отрядтары эшмәкәрлеген ойоштороу тора. Һуңғы йылдарҙа студенттар отрядтарында йәйге эш бик популяр. Мәҫәлән, әгәр 2008 йылда республикала 190 хеҙмәт бригадаһы ойошторолоп, унда 7000-дән ашыу студент эшләһә, 2009 йылда инде студотрядтар һаны 200-ҙән ашып китте.

Брифинг барышында студенттар отрядтары яугирҙарының “2007-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһында “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү” программаһы буйынса объекттар төҙөлөшөндә ҡатнашыу мәсьәләһе лә тикшереләсәк.

темалар: йәштәр