6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 14:10

Бәләкәй BEARR 2010 гранттары

автор: Юлай Мәғсүмов

BEARR Trust — Великобританияла теркәлгән хәйриә ойошмаһы, граждандар йәмғиәтен нығытыу маҡсатында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьминәт өлкәләрендә гранттар конкурсына заявкалар ҡабул итә башлауы тураһында иғлан итте.

Программаның маҡсаты – Рәсәйҙең күрһәтелгән өлкәләрҙә башҡа структуралар менән партнерлыҡта эшләүсе бәләкәй дәүләттеке булмаған ойошмаларын финанслау.

2010 йылда бәләкәй гранттар ике категория буйынса биреләсәк:

1. Йортһоҙ һәм махсус учреждениеларҙа көн күреүсе кешеләргә йәмғиәткә ҡайтарыу өсөн ярҙам итеү.

2. Балаларҙың һәм йәштәрҙең психик һаулығы проблемаһы менән шөғөлләнеүсе ғаиләләрҙең һәм профессионалдарҙың үҙ-ара ярҙам селтәрен ойоштороуға булышлыҡ итеү.

Ентеклерәк мәғлүмәттәр http://www.bearr.org/ru/smallgrantscheme сайтында.