10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 12:26

Хеҙмәтләндереүҙәргә яңы тарифтар тураһында

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылда электр энергияһына, газға, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар ни өсөн артты һәм дәүләт аҙ тәьмин ителгән кешеләр өсөн финанс ауырлығын нисек йомшартырға планлаштыра?

Был һорауҙарға яуаптар 20 ғинуарҙа 16 сәғәттә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүҙәренә тарифтар үҫеү шарттарында халыҡҡа социаль ярҙам” темаһына матбуғат конференцияһында яңғыраясаҡ. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин, тарифтар буйынса БР Комиссияһы рәйесе Валентин Александров ҡатнашасаҡ.

Ә кисен, 19 сәғәт 30 минутта, БЮТ телеканалы тамашасылары тура эфирҙа тарифтар буйынса БР Комиссияһы рәйесе Валентин Александров ҡатнашлығында «Беҙҙең донъя» тапшырыуын ҡарай ала.