3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 11:28

Башҡортостан эшҡыуары Алла Кузьмина Израилдә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина Израилдең Сит ил эштәре министрлығы һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһының Европа иҡтисад комиссияһы ҡатнашлығында Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге үткәргән “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ һәм мәғлүмәт-коммуникацион технологиялар” тип аталған халыҡ-ара программала ҡатнашты.

Уҡытыу семинары Хайфа ҡалаһының Кармель тауында урынлашҡан Голда Меир исемендәге халыҡ-ара уҡыу үҙәгендә 15 көн дауамында барған. Рәсәй исеменән Өфөнән, Великий Новгород, Рыбинск, Магнитогорск һәм Якутскиҙан биш ҡатын-ҡыҙ сығыш яһаған. Уларҙан тыш, 25 кешенән торған төркөмдә СНГ дәүләттәре вәкилдәре – Белоруссиянан, Украина, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан һәм башҡа илдәрҙән эшҡыуарҙар ҙа булған.    

Алла Кузьмина әйтеүенсә, хеҙмәттәшлек программаһы эшләп килеүенә 50 йыл, уҡытыуҙы лекторҙар алып бара – күпселектә элекке Советтар Союзы граждандары. Юл хаҡынан тыш, бар сығымдарҙы ла ҡаршы алыусы үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостан эшҡыуары Израилгә семинарға тәүге тапҡыр саҡырылған. Программала лекция, тренингылар, семинар дәрестәре, кесе бизнес һәм мәғлүмәт технологиялары мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелгән. Уҡыу аҙағында уртаҡ тырышлыҡ менән бизнес-проект әҙерләп, уны яҡларға кәрәк булған. Сара һуңында һәр ҡатнашыусыға Голда Меир исемендәге үҙәктә уҡыуы тураһында сертификат тапшырылған.