4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 11:03

Ғинуар айы өсөн пенсиялар финансланды

автор: Юлай Мәғсүмов

РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе быйылғы ғинуар айы өсөн пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслауҙы тамамланы. Бүлексәнең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытында финанслау һәр кешегә пенсияһын һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе билдәләнгән ваҡытта еткерергә мөмкинлек бирә.

Яңы йыл байрамдарын иҫәпкә алып, пенсияларын 2010 йылдың 1 ғинуарынан 4-енә тиклем алырға тейешле граждандар уны ваҡытынан алда, 2009 йылдың 25 декабренән башлап алды. 2010 йылдың 5 ғинуарынан пенсиялар түләү графигына ярашлы һәм почта элемтәһе бүлексәһенең эш режимын иҫәпкә алып илтелә.

Пенсияларын кредит ойошмалары аша алыусыларға суммалар уларҙың банк иҫәптәренә договор шарттарына ярашлы 2010 йылдың 12 һәм 13 ғинуарында күсерелде.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе бөгөн 1 миллион 35 меңдән ашыу пенсионерға пенсия түләй, шуларҙан 32 проценты  — кредит ойошмалары аша һәм 68 проценты «Рәсәй почтаһы» федераль почта элемтәһе ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.