8 декабрь, Кесе йома

20 ғинуар 2010 йыл, 10:48

Хакимиәт башлыҡтары семинары – төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең йәнле диалогы

автор: Эльвира Латипова

— Бындай семинарҙар урындағы үҙидараның нығыныуы, дөйөм мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү, власть органдарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге өсөн файҙалы, — тине Башҡортостан ҡала һәм райондары хакимиәте башлыҡтары семинарында урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса Федерация Советы Комитеты рәйесе Степан Киричук.

“Башинформ” агентлығы Өфөлә был семинарҙың бер аҙна дауамында барасағы хаҡында хәбәр иткәйне инде.  Бөгөн форумдың икенсе көнө, һәм ул бөгөн иҡтисад мәсьәләләренә арналасаҡ.

— Шәп килеп сыҡты. Республика Хөкүмәтенең ҡатнашлығы ла файҙаға ғына. Мөмкинлек сыҡҡан һәр ерҙә һеҙҙең тәжрибә хаҡында һөйләмәксемен, — тип өҫтәне Степан Киричук. – Һөҙөмтәгә яңғыҙ өлгәшеп булмай. Был дөйөм хеҙмәттәшлектә федераль властың да әүҙем ҡатнашыуын теләр инем мин.

Ысынлап та, төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең йәнле диалогы — әле барған форум маҡсаттарының береһе. Һәм төбәк проблемаларын хәл итеүҙә федераль хакимиәтттең әүҙемерәк ҡатнашыуы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев әйтеп үтте.

Илебеҙ төбәктәре кимәлендә хәл ителмәгән һорауҙар бихисап. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – мәғариф системаһы эшмәкәрлегенең айырым аспектына ҡағылышлы өҫтән килгән федераль нормативтар.

— Бер класта уҡыусылар иҫәбе ауыл мәктәбендә — 15, ҡала мәктәбендә 25-кә тулырға тейеш. Әгәр уҡыусылар һаны аҙ икән, мәктәпте ябырға кәрәк. Ә мәктәп ябылғас, урындағы халыҡ өсөн хакимиәт башлығы насар эшләгән кеүек, тимәк, башлыҡты эшенән алыу мөһим.  Ләкин уға бит норматив билдәләнгән – ярашлылыҡты тәьмин итергә кәрәк, — ти Раил Сарбаев.

Ә мәктәптәрҙе ябырға ярамай, был республика етәкселегенең ҡәтғи фекере. Әгәр бөгөн мәктәп ябыла икән, иртәгә ауыл булмаясаҡ.

Һәм тағы ла шәхси хужалыҡтарҙы теркәү мәсьәләһе. Әлеге ваҡытта уға һалым билдәләү мөмкинлеге хәл ителә. Раил Сарбаев фекеренсә, быға юл ҡуйырға ярамай.

-  Ауыл хужалығын бөтөнләй юҡ итәсәкбеҙ, — тип иҫәпләй Премьер-министр. – Беҙҙең республикала 510 хужалыҡ бар. Уларға һалым билдәләүҙән ҙур килем килмәйәсәк. Ә халыҡ ҡурҡа. Ихатаһында ысынында нисә баш мал тотоуын аныҡ күрһәтмәй, иртәгә малды иҫәпкә алырҙар ҙа, хужалыҡҡа күтәрә алмаҫлыҡ һалым һалырҙар, тип хәүефләнәләр.

Степан Киричук үрҙә күрһәтелгән фекер менән килешеп, был мәсьәләләрҙе федераль чиновниктарға еткерергә вәғәҙә бирҙе.