4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 10:20

Ер-милек комплексы менән идара итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Был аҙнала Өфөлә барған муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинарында ҡатнашыусылар тикшереүенә ер-милек комплексы менән идара итеү мәсьәләләре сығарыла.

Көндөң тәүге яртыһына сығыштар һәм түңәрәк өҫтәлдәр серияһы планлаштырылған, икенсеһенә – Өфө районы объекттарына экскурсия формаһында ғәмәли өлөш.

Уҡыуҙың өсөнсө көнөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың доклады аса. Уның темаһы – “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәре һәм үҫеш перспективалары. Ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә һәм урындарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә муниципаль берәмектәрҙең роле һәм урыны”.

БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Олег Клинский ер һәм милек мөнәсәбәттәрен реформалаштырыу йүнәлештәре, муниципаль милекселеккә хоҡуҡты теркәү, муниципаль милек составын оптималләштереү һәм уның менән идара итеүҙе камиллаштырыу тураһында һөйләйәсәк.

Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусылар ер һәм милек мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә суд практикаһы тураһында лекция тыңлаясаҡ.

Билдәләнгән теманың айырым мәсьәләләре түңәрәк өҫтәлдәргә сығарыласаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында семинарҙа ҡатнашыусылар аҙ ҡатлы төҙөлөш тәжрибәһе менән танышыу өсөн Өфө районының Шамонин ауылына юл тотасаҡ. Һуңынан уларҙы Рәсәйҙәге иң яҡшы күп тармаҡлы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе –  “Алексеевка” совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы буйлап экскурсия көтә.