3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 9:36

Сенатор Степан Киричук менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Раиф Бадыков

19 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Степан Киричук менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә ул район һәм ҡала хакимиәт башлыҡтары семинары эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа урындағы үҙидара системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, муниципалитеттарҙың финанс нигеҙҙәрен нығытыу буйынса саралар ҡаралды. Федераль, төбәк һәм муниципаль власть кимәлдәре араһында үҙ-ара бәйләнеште артабан камиллаштырыу зарурлығы билдәләнде.

Федерация Советының комитет рәйесе муниципаль райондар һәм ҡала округтары етәкселәре өсөн семинарҙар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

— Муниципаль берәмектәр башлыҡтары өсөн квалификацияны күтәреү йәһәтенән күләмле курстарҙы һәр төбәк тә үткәрә алмай, урындағы үҙидара системаһын үҫтереүгә илдең һәр субъектында ла ошондай ҙур иғтибар бирелмәй, — тине Степан Киричук.

Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Советының киләһе ултырышында сәйәси системаның, шул иҫәптән урындағы үҙидара системаһының торошо тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарарға планлаштыра. “Ә бында, Башҡортостанда, ошо мәсьәләләр бөгөн үк ҡарала”, — тине Степан Киричук.

Әңгәмә барышында Мортаза Рәхимов төрлө власть кимәлдәре араһында һалым һалыу системаһына һәм бюджет мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы фекерҙәрен белдерҙе. Степан Киричук, бөгөнгө осрашыу барышында яңғыраған конструктив тәҡдимдәрҙең барыһы ла Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты тарафынан тулыһынса ҡараласаҡ, тип хәбәр итте.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.