5 декабрь, Дүшәмбе

20 ғинуар 2010 йыл, 9:36

Башҡортостанда “Китапханаға китап бүләк ит!” шәфҡәтлелек акцияһы тамамланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың бар район һәм ҡалаларында  уҙған йылда алып барылған “Китапханаға китап бүләк ит!” шәфҡәтлелек акцияһына йомғаҡ яһалды. Уны БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы ойошторғайны.

БР милли китапханаһының директор урынбаҫары Галина Евдищенконың “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, урындарҙа китап йыйыу менән ҡала һәм район китапханалары шөғөлләнгән.

Уның әйтеүенсә, хәйриә марафонының һөҙөмтәләре көтөлгәндән дә күберәк булып, 80 мең китап экземплярына еткән. Китапты иң күп бүләк итеүселәр иҫәбендә муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары һәм уның хеҙмәткәрҙәре, урындағы интеллигенция – табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт өлкәһе һәм киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәре, дин башлыҡтары, хаҡлы ялға сыҡҡандар һәм балалар.  

Йыйылған китап иҫәбе буйынса иң юғары һөҙөмтә Ауырғазы районында, акция һөҙөмтәһендә райондың китапханалар селтәре 15 меңдән ашыу китапҡа тулыланған.

Ҡырмыҫҡалы районында бер мең ярым тирәһе китап берәмеге йыйылған. Район хакимиәте башлығы Ирек Сафин китапханаға Николай Карамзин әҫәрҙәренең 18 томлыҡ йыйынтығын бүләк иткән.

“Башкиргаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Әхмәтшин Кушнарен районы китапханалары фондын тулыландырыуға аҡса бүлгән. Был районда акция һөҙөмтәһендә 2700 китап йыйылған.

Шишмә районының һәр кем өсөн асыҡ библиотекалар фонды “Информреклама” йәмғиәте менән Америка-башҡорт интерколледжы бүләктәре иҫәбенә 4000 экземплярға байыған.

Иң ҙур бүләкләүсе Өфөнән пенсионер Маргарита Злотникова, ул китапханаға китаптар менән бергә граммофон яҙмалары коллекцияһын да тапшырған.

темалар: китапханалар