8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2010 йыл, 17:57

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе бушлай консультациялар үткәрә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай шәхси консультациялар тәҡдим итә.

27 ғинуарҙа “Реклама. Өфөлә тауар һәм хеҙмәттәрҙе отошло тәҡдим итеү” темаһына консультацияларҙы “Респект” хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов үткәрә.

3 февралдә “БизнесЯрҙам” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юрисконсульты Гөлназ Насырова “Килешеүҙәрҙе дөрөҫ төҙөү” темаһы буйынса  кәңәштәрен бирә.

10 февралдә “Нисек яңы эш асырға” темаһына консультацияны Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры Вероника Воронина үткәрә.

17 февралдә “БизнесЯрҙам” йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте белгесе Елена Әминева “Кесе предприятиеларҙа кадрҙар документы әйләнеше” темаһына үҙенең консультацияһын тәҡдим итә.

24 февралдә кесе бизнес предприятиеларында хеҙмәткәрҙәр менән эшләү алымдары тураһында Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһенең директор урынбаҫары Лариса Землянова бәйән итә.

Консультациялар 16.00-дән 18.00-гә тиклем түбәндәге адрес буйынса алып барыла: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1, 201-се офис.

темалар: эшҡыуарлыҡ