Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 12 көн дауам итәсәк

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәртибен раҫланы. Рәсәй биләмәһендә халыҡ иҫәбен алыу 12 көн дауамында – 14-нән алып 25 октябргә тиклем алып барыласаҡ. Росстат мәғлүмәте буйынса, илебеҙҙең төпкөлдә йәшәүсе граждандары иҫәбен алыуҙы алдан башҡарыуҙары күҙаллана. Тәүге ваҡытынан алда иҫәп алыу эше Ямал-Ненец автономлы округының бер нисә районында апрелдә үк башланасаҡ.    

Хөкүмәт комиссияһы яҡын арала хәрбиҙәрҙе һәм уның ғаилә ағзаларын, шулай уҡ ябыҡ ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе һәм иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе иҫәпкә алыуҙы ойоштороуҙы хәл итәсәк.

Росстат «Байконур» комплексы биләмәһендә йәшәүсе халыҡты иҫәпкә алыу проектын әҙерләнгән.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә, этаптарға бүлеп, 2012 йылға тиклем йомғаҡ яһаласаҡ. Беренсе мәғлүмәтте 2011 йылдың апрелендә баҫтырып сығарырға иҫәп тоталар. Йомғаҡлаусы һуңғы том 2013 йыл аҙағында сығарыла.

Халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу һәм үткәреүгә федераль бюджеттан 2010 йылда 10,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыуға туғыҙ ай ҡалды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть