9 декабрь, Йома

19 ғинуар 2010 йыл, 17:11

«Премьер-министр» Бөрөгә килә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөрө ҡалаһында үтәсәк “Керәшен һыуыҡтары-2010” асыҡ эстрада йырҙары һәм бейеү фестиваль-конкурсына Рәсәйҙең популяр «Премьер-министр» төркөмө егеттәре ҡунаҡҡа киләсәк. Был турала Бөрө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Радик Яфаев хәбәр итте.

Бөрөлә «Премьер-министр»ҙың сығышы 23 ғинуарҙа, гала-концерт көнөндә көтөлә.

Йәштәр фестиваленә башҡа ҡунаҡтар 20 ғинуарҙа килә башлаясаҡ. Бөтәһе 500-ләп кеше килеүе көтөлә. “Керәшен һыуыҡтары”нда ҡатнашыусылар араһында бөгөнгө көнгә 20 бейеү коллективы, 25 музыкаль төркөм һәм 60-тан ашыу вокалсы теркәлгән.

— Заявкалар килеүен дауам итә, — ти Радик Рәүеф улы. – Алыҫ ҡалалар һәм райондар вәкилдәре Бөрөгә килгәс кенә заявка бирә ала.

“Керәшен һыуыҡтары” фестивален асыу тантанаһы 21 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт йортонда үткәрелә.