8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2010 йыл, 16:50

Башҡортостандың онкология хеҙмәте яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ

автор: Елена Макушина

Республика клиник онкология диспансерына яңы ҡорамалдар һатып алыуға һәм йыһазландырыуға федераль бюджеттан Башҡортостан Республикаһына 460 миллион һум аҡса күсереләсәк. Финанслау онкологик сирле ауырыуҙарға медицина ярҙамын камиллаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә башҡарыла. Дөйөм алғанда 2010 йылда был маҡсатта федераль бюджеттан йәмғеһе 5 миллиардан ашыу һумдың бүленеүе көтөлә. Өс федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын, бер округ дауаханаһын һәм туғыҙ төбәк онкология диспансерын, шулар иҫәбендә Башҡортостандың онкология диспансерын да,   йыһазландырыу ҡаралған.

“Яңы юғары технологик ҡорамалдар, атап әйткәндә, УЗИ аппараттары, томографтар, шул иҫәптән ядро-магнит-резонанслы, эндоскопик ҡорамалдар һәм тағы ла башҡаһын һатып алырға йыйынабыҙ, — тине РКОД-ың баш табибы Владимир Ручкин. – Ҡорамалдарҙың бер өлөшө, мәҫәлән. компьютер томографы, килтерелеп, әлеге мәлдә монтажлана”.  

Бындай техника республиканың онкология хеҙмәтендә элек тә булған, әммә әлеге мәлдә ул иҫкергән, шуға күрә әкренләп файҙаланыуҙан алына.

“Заманса ҡорамалдар диагностиканы яҡшыртырға булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә пациенттарҙы тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартып, дауалау сифатын күтәрергә мөмкинлек буласаҡ”, — тине Владимир Николаевич.

Хәҙерге көндә Республика клиник онкология диспансерында дөйөм майҙаны 17 мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы хирургия корпусы төҙөлөшө тамамлана. Әле биҙәү эштәре һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу, монтажлау алып барыла. Бында хирургия блогы, реанимация, рентгенология, эндоскопик, стерилләү бүлектәре һәм лабораториялар урынлашасаҡ. Төҙөлөш республика бюджеты саралары иҫәбенә башҡарылған, был маҡсатҡа 1060 миллион һум сарыфланған. Яңы бина һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған сираттағы республика Советы алдынан файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫәп буйынса алтынсы медсовет 2010 йылдың сентябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында үтәсәк.  

Клиниканың икенсе сираты – 240 койкаға иҫәпләнгән корпус – аҙ ғына һуңыраҡ сафҡа индереләсәк.