10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2010 йыл, 16:23

Башҡортостан таможняһында яңы начальник

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

19 ғинуарҙа Республики Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Шохин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа республика Президентын Башҡортостан таможняһының яңы начальнигы Валерий Бышовец менән таныштырҙылар. Был вазифаға ул Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге приказына ярашлы тәғәйенләнде. Мортаза Рәхимов Валерий Бышовецты яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм, Башҡортостан таможняһы киләсәктә лә һөҙөмтәле һәм яҡшы эшләр, тигән ышаныс белдерҙе.

Осрашыуҙа шулай уҡ илдең таможня органдары эшен, тауарҙар тураһында декларация яһау механизмдарын камиллаштырыу, таможня хоҡуғы тәртибен боҙоуҙар тураһында иҫкәртеү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Мортаза Рәхимов республиканың таможня хеҙмәте эшен ыңғай баһаланы. Уның фекеренсә, Башҡортостан таможняһы республика предприятиелары һәм ойошмаларының тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай, төбәк иҡтисадының инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген яҡшырта.

Сергей Шохин әйтеүенсә, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы округының таможня хеҙмәттәре араһында беренсе урын яулаған. 2009 йылда федераль бюджетҡа 12 миллиард 80 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән.

Биографик белешмә

Бышовец Валерий Анатольевич 1972 йылда Киевта тыуған. Юғары белемле — 1996 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. Таможня органдарында хеҙмәтен 1990 йылда Мәскәү күргәҙмә таможняһы инспекторы вазифаһынан башлай. 1994 йылдан алып 2008 йылға тиклем Дәүләт таможня комитетында, Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә Таможня режимдары идаралығында һәм Баш таможня теркәүен һәм таможня контролен ойоштороу идаралығында эшләй.

2008 йылдан 2010 йылға тиклем Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте етәксеһенең урынбаҫары ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.