8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2010 йыл, 15:57

Башҡортостандың район һәм ҡала башлыҡтары Өфө предприятиелары эше менән таныша

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтарының семинарында ҡатнашыусылар бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһының бер нисә предприятиеһын ҡараясаҡ.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән “Башинформ”ға хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа ҡатнашыусылар өс төркөмгә бүленгән. Шуның беренсеһе “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус хужалыҡ”, “Уфагорсвет” муниципаль унитар предприятиеларын,”Башсервис Н2О”, “Тәҙрәләр галереяһы”, “Полекс-Урал” һәм “Полимер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.  

Икенсе һәм өсөнсө төркөм төрлө маршрут буйынса “7-се икмәк заводы”, “Лак-буяу материалдары”, “Максимовка сусҡасылыҡ комплексы”, “Ҡош-ҡорт ҡураһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрен һәм Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын ҡарарға иҫәп тота.