3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2010 йыл, 15:16

Юрий Пустовгаров: «Предприятиеның киләсәге инновациялар индереүгә бәйле»

автор: Любовь Колоколова, Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәте башлыҡтарының Өфөлә барған семинарында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, ҡаршы тороусы факторҙар һәм уларҙы йырып сығыу юлдарына баҫым яһап, муниципаль берәмектәрҙә инновацион үҫеш перспективаһы тураһында һөйләне.

— Инновация тураһында төрлө кимәлдә күп һөйләйҙәр, әммә ил күләмендә алып барылған эштәр бик аҙ, — тине Юрий Пустовгаров. – Башҡортостан инновацион эшмәкәрлек тураһында закон ҡабул иткән һәм был закон тулы ҡеүәтенә эшләгән берҙән-бер төбәк. Инновациялар индереүгә бәйле эш башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ беҙҙә.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, республикала бөгөн 47 мең хужалыҡ итеүсе субъект уңышлы эшләй һәм һәр береһе инновациялар ҡулланыуға әҙер. Предприятиелар эшмәкәрлегендә инновациялар өлөшө йылдан-йыл арта. Әгәр 2007 йылда 91 инновацион предприятие теркәлгән булһа, 2008 йылда – 167, ә уҙған йылда был һан 200-гә етте.

Семинарҙа республикала етештерелгән продукцияның 76 проценты эшкәртеү сәнәғәтенә тура килеүен билдәләнеләр. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда был һәйбәт күрһәткес. Продукцияның төп өлөшөн предприятие-гиганттар сығарыуы Башҡортостан сәнәғәте үҙенсәлегенең бер яғы булып тора (етештерелгән продукция күләме миллиард һумдан ашыу суммаға тиң). Улар эргәһендә аутсорсинг принцибы буйынса инновацияларҙы тиҙ үҙләштереүсе кесе һәм урта предприятиелар булдырыу өсөн уңайлы шарттар бар. Кесе предприятиелар инновацион продукцияны ҙур сәнәғәт гиганттарына ҡарағанда 2,5 таҡырға күберәк етештерә.

Юрий Пустовгаров хужалыҡ итеүсе субъекттарға ярҙам итеү өсөн йөҙөнән республика етәкселегенең күп нәмә эшләүен билдәләне. Бының өсөн кәрәкле хоҡуҡи нигеҙ булдырылған. Башҡортостанда инновацион предприятиелар өсөн процент ставкаларын субсидиялау программаһы уңышлы эшләй, был йүнәлештә эштәр артабан да дауам ителәсәк.  

Семинарҙа индустриаль парктар булдырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Был буш производство майҙандары булған Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ағиҙел кеүек ҡалалар өсөн мөһим. Буш майҙандарҙы кесе һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн ҡулланырға мөмкин.

темалар: инновация