10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2010 йыл, 14:24

2009 йылда законһыҙ ағас әҙерләү кәмегән

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йылда уҙған йыл менән сағыштырғанда законһыҙ ағас әҙерләү 15 процентҡа, күрелгән зыян 29 процентҡа кәмегән. Урман ҡануниәтен үтәү буйынса дәүләт урман инспекторҙарының халыҡ менән тығыҙ эшләүенә бәйле өлгәшелгән һөҙөмтә был.

БР Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт урман контроле һәм күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре 2009 йылда урман менән ҡулланыусылар өҫтөнән һигеҙ меңдән ашыу тикшереү үткәргән. 6,3 мең физик шәхестең һәм 956 ойошманың эшмәкәрлеге тикшерелгән.  

Тикшереүҙәр барышында биш меңдән ашыу урман ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған, шул иҫәптән енәйәти хоҡуҡ боҙоу һаналған урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙың 544 осрағы билдәле булған. Инспекторҙар урман ҡулланыу, янғын һәм санитар хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлаған. Бар факттар буйынса протоколдар төҙөлгән һәм күрһәтмәләр бирелгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 512 материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән. Урман ҡануниәтен боҙоу арҡаһында 94,3 миллион һумлыҡ зыян килтерелеүе билдәләнгән. 62,1 миллион һумлыҡ зарар килтереү тураһындағы 377 материал буйынса енәйәт эше асылған, шуның 130-ы судта ҡаралған.