Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Опера һәм балет театрҙарының Директорҙар советы төҙөлдө

Сәйәсәт

ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында Анкарала (Төркиә) төрки республикаларҙың опера һәм балет театрҙары директорҙарының ултырышын үткәрҙе, унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Владимир Рихтер ҡатнашты. Осрашыу ваҡытында ТӨРКСОЙ Генераль секретариаты ҡарамағында опера һәм балет театрҙары директорҙары Советын ойошторорға ҡарар ителде. Директорҙар советы рәйесе итеп Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының опера һәм балет театры генераль директоры Ренгим Гёкмен һайланды, ә Директорҙар советы секретариаты бурыстары ТӨРКСОЙ Генераль секретариатына йөкмәтелде. Шулай уҡ ТӨРКСОЙ Опера көндәрен – ТӨРКСОЙ Опера сәнғәте фестивале итеп; Измир вокалистар конкурсын ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара вокал сәнғәте башҡарыусылары конкурсы итеп үҙгәртергә; төрки балет сәнғәтенә ярҙам итеү маҡсатында Халыҡ-ара Истанбул балет конкурсы өсөн Махсус ТӨРКСОЙ премияһын булдырырға ҡарар ителде.

Сара сиктәрендә П.И.Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетын, Джузеппе Вердиҙың «Аида» операһын, Төркиәнең Президент симфоник оркестры концертын ҡуйыу ойошторолдо.

Опера театрҙары директорҙары шулай уҡ «Истанбул – Европа мәҙәниәте баш ҡалаһы» йылын иғлан итеүгә арналған тантаналарҙа ла ҡатнашты.

Сараларҙа ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, уның урынбаҫары Фырат Пурташ һәм Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть