10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2010 йыл, 10:16

Хәйбулла районында Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллығына әҙерлекте тикшерҙеләр

автор: Марина Шумилова

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда үткән башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында 2010 йылда билдәләнәсәк билдәле сәйәси эшмәкәр, ғалим-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуына 120 йыллыҡҡа әҙерлекте тикшерҙеләр. Унда район ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, мәктәп директорҙары, башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәт, тарих уҡытыусылары ҡатнашты.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта район башҡорттары башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Хәлил Ибраһимов, Президиум ағзалары – тарихсы Илшат Насыров, 2-се Аҡъяр мәктәбе директоры Вәсилә Иштәкбаева, хеҙмәт ветераны Фазылйән Ишемов, район үҙәк дауаханаһы табибы Артур Бикбирҙин, Иҫәнгилде ауылынан башҡорт теле уҡытыусыһы Хәтирә Исхаҡова, Рәсәй фәндәр академияһының философия Институты ғилми хеҙмәткәре Илшат Насыров сығыш яһаны. Улар Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡорт автономияһын булдырыуҙағы, Рәсәй федерализмын формалаштырыуҙағы тарихи роленә баҫым яһаны. Ултырышта ҡатнашыусылар бер нисә федераль киң мәғлүмәт сараһында баҫылғандар менән килешмәйенсә, уны яла яғыусы ялған хәбәр, тип ғәйепләне.  

Ҡоролтайҙың киңәйтелгән ултырышы Хәйбулла районында үтәсәк Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллығына арналған сараларҙы башлап ебәрҙе.