3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2010 йыл, 9:38

Стәрлебашта балалар һәм үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса семинар үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы көндө, 20 ғинуарҙа, Стәрлебашта “психологик көрсөктәге балалар һәм үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ведомство-ара ҡараш” темаһына семинар үтә.

“Башинформ” агентлығына Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның дауамында ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға комплекслы ярҙам күрһәтеү эштәре системаһын камиллаштырыу, “хәүеф төркөмө” балалары һәм үҫмерҙәренә социаль һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ведоство-ара ҡараш кеүек һорауҙар тикшереләсәк. Шуға ла форумда ҡатнашыусылар араһында “профилле” белгестәр генә түгел, шулай уҡ һөнәре арҡаһында йәштәр һәм үҫмерҙәргә ҡағылышы булған башҡа кешеләрҙең  дә булыуы көтөлә. Был исемлектә педагог-психологтар, социаль педагогтар, участка табиптары, педиатрҙар, йәштәр эштәре бүлеге, эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау үҙәге инспекторҙары бар.    

Сараны Республика ғаилә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге һәм Стәрлебаш район хакимиәте ойоштора.

темалар: социаль яҡлау