Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бер йылда Куйбышев магистрале 59 миллион тонна йөк ташыны

Иҡтисад

2009 йылда Куйбышев тимер юлы тарафынан 59 миллион тоннанан ашыу йөк ташылды, был план күрһәткестәренән 0,5 процентҡа күберәк.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән элемтә хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр Куйбышев магистрале 34,6 миллион тонна нефть һәм уны эшкәртеү продукттары ташыны, был дөйөм тейәү күләменең 58,6 проценттан ашыуын тәшкил итте һәм  былтырғы күрһәткестән 182 мең тоннаға күберәк булды. Бынан тыш, 4,5 миллион тонна самаһы химикаттар һәм сода, 3,7 миллион тонна төҙөлөш материалдары, дүрт миллион тонна сәнәғәт сеймалы һәм 2,5 миллион тонна ашламалар ташыны.

Былтыр декабрҙә йөк тейәү буйынса 2008 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата максималь үҫешкә өлгәшелде. Йөктәрҙең бөтә төп номенклатура төркөмдәре буйынса уртаса үҫеш 13 процент самаһы тәшкил итте.  

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе һәр ваҡыттағыса йөк ташыуҙар буйынса лидерҙар иҫәбенә инә, был бигерәк тә нефть химияһы продукцияһына ҡағыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть