10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 17:09

Дәүләт халыҡҡа субсидиялар менән ярҙам итә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған йылда республиканың 81946 ғаиләһенә торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидиялар билдәләнгән. Республика субсидиялар үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм ғаиләләр иҫәбенең был 5,8 проценты. Уҙған йылда дәүләт ярҙамын һорап мөрәжәғәт иткәндәр һаны 0,7 процентҡа артҡан.

Торлаҡҡа субсидиялар – ул дәүләттән килгән бушлай ярҙам, ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарыу өсөн килеме түбән ғаиләләргә бирелә.

Торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәткә түләүҙәр дөйөм ғаилә килеменең 22 процентынан артҡан осраҡта, ғаиләнең матди ярҙамға хоҡуғы бар. Милек хужалары, дәүләт йәки мунициаль торлаҡ фондының торлаҡ бинаһы менән ҡулланыусылар, шәхси торлаҡ фондында торлаҡ йортто наемға алыусы, торлаҡ йәки төҙөлөш кооперативы ағзалары ярҙамға ғариза яҙа ала.

Дәүләт ярҙамын юллағанда йәшәгән урынығыҙ буйынса субсидиялар хеҙмәтенә киләһе документтар биреү талап ителә: паспорт һәм бар ғаилә ағзаларының тыуыу тураһында таныҡлығы, торлаҡ йортто ҡулланыуға, хужа булыуға хоҡуҡты билдәләүсе документ, ғаилә составы тураһында белешмә, һуңғы айҙа коммуналь хеҙмәткә һәм торлаҡ йортҡа түләүҙәр квитанцияһы, һуңғы алты айҙа ғаилә ағзаларының килеме хаҡында белешмә, ғариза яҙыусының һаҡлыҡ кенәгәһе.

Торлаҡ йортҡа һәм коммуналь хеҙмәткә түләүҙәргә бурыстар булмағанда йәки уларҙы тәғәйен ваҡытта башҡарыу тураһында килешеү төҙөлгән осраҡта ғына субсидиялар билдәләнә.

Ентекле мәғлүмәтте республика район һәм ҡалаларының субсидия хеҙмәтендә алырға мөмкин. Республика субсидиялар үҙәге түбәндә күрһәтелгән адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 23/1. Телефондары — 223-68-44, 223-53-10.