10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 16:52

Ҡазан дәүләт университетының сит ил студенттары Башҡортостанға килде

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй студенттары көнө алдынан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына әлеге ваҡытта Ҡазан дәүләт университетында уҡыған Корея йәштәре вәкилдәре килде. Дуҫтарса сәфәр сиктәрендә улар беҙҙең юғары уҡыу йортонда рус телен өйрәнгән әҙерлек курстарындағы сит ил тыңлаусылары менән осрашты.

Педуниверситет проректорҙары Рәйсә Хәйруллина менән Алмас Мостаев ҡунаҡтарға халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, факультеттарҙа һәм әҙерлек курстарында сит илдәр студенттары менән эшләү, йәштәрҙең университет тормошонда ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Йәштәр үҙҙәре лә һөйләшеү өсөн еңел генә дөйөм тема тапты, контакттар менән алмашты, үҙҙәре уҡыған вузда студенттар тормошо һәм традициялар тураһында һөйләне.

БДПУ-ның Педагогика институты музыка бүлеге студенттары ҡурайҙа һәм баянда уйнап, ҡунаҡтарҙы башҡорт милли сәнғәте менән таныштырҙы. Бынан тыш, концертта педуниверситеттың рус теле буйынса әҙерлек курстары тыңлаусылары ла ҡатнашты – ғәрәп, төрөк, афған телдәрендә йырҙар яңғыраны. Ҡазан дәүләт университетында уҡыған корей студенттары ла үҙ ижади номерҙарын күрһәтте. Улар веерҙар менән «Ариран» корей халыҡ бейеүен башҡарҙы, ушу көрәше буйынса сығыш күрһәтте, халыҡ инструменттарында уйнаны.

темалар: мәғариф