10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 16:18

Николай Медведев: Башҡортостандың урындағы үҙидараһына һөҙөмтәлелек хас

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара юғары дәрәжәлә һөҙөмтәле булыуы менән айырылып тора. Бөгөн БР муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинары барышында Рәсәй Политологтар Союзы президенты, сәйәсәт фәндәре докторы Николай Медведев шундай фекер белдерҙе.

— Мин Башҡортостан закондарын ярайһы уҡ ентекле өйрәндем һәм, ул тейешенсә кимәлдә Рәсәй закондарына тап килә, тип иҫәпләйем, — тине ул. – Шул уҡ ваҡытта республикала урындағы власты бойомға ашырыу төбәктең милли, тарихи һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.

Бөгөн илебеҙҙә, Николай Медведев әйтеүенсә, Советтар Союзы заманындағынан бөтөнләй айырмалы урындағы үҙидара системаһы ғәмәлдә.

— Бөтә донъяла идаралыҡты үҙәктән алыу принцибы уны үҙәкләштереүгә ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк булыуы күптән инде иҫбатланды, — тине Николай Медведев. – Тап шуға күрә лә Рәсәйҙә урындағы үҙидараны формалаштырыу нигеҙе итеп Европа моделе һайланды, әммә төбәктәребеҙҙең бөтә үҙенсәлектәре иҫәпкә алынды. Яңы власть системаһын формалаштырыу Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларацияла, РФ Конституцияһында һәм Федератив килешеүҙә сағылыш тапты. Үҙәк, төбәк һәм урындағы власть органдары араһында вәкәләттәрҙе сикләү ярайһы уҡ ҡатмарлы булды. Һәм әлбиттә, бөтә төбәктәрҙә лә был процесс берҙәй уңышлы үтмәне. Шулай ҙа нисек кенә булмаһын, ике тиҫтә йыл буйына илебеҙҙә ошо власть системаһы эшләп килә һәм йылдан-йыл ул шымара бара.