Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Бүре алған өсөн 3000 һум күләмендә премия билдәләнгән

Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостанда 200-400 бүре барлығы билдәләнә. Уҙған йылда, ҡышҡы маршрут иҫәбе буйынса, республикала 513 бүре теркәлгән. Ул күсеп йөрөүсе йыртҡыс, бүре балаларын үрсеткәндә, апрелдән авгусҡа тиклемге арала ғына бер урында көн итә. Әлеге ваҡытта республика урмандарын гиҙгән бүреләр иҫәбе асыҡлана. Кинәт артыуҙары күҙәтелгәндә, иҫәбен кәметеү һәм ҡотороу ауырыуынан профилактика йәһәтенән, ҡырағай йәнлектәрҙе атып алыу башлана. “2004-2010 йылдарҙа экология һәм Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары” программаһына ярашлы, был сараға матди сығымдар республика бюджетынан бүленә.  

Уҙған йылдың ғинуар айында бүреләрҙең шәхси ихаталағы малдарға ташланыуы күҙәтелгән. Ул саҡта иң уҫал йыртҡыстарҙы тотоу маҡсатында махсус төркөмдәр ойошторорға тура килгән. Быйыл бүреләр һөжүмен көтмәҫкә ҡарар ителгән. Беренсе ғинуарҙан 15 апрелгә ҡәҙәр бүре һәм төлкө ауларға рөхсәт бар. Әммә рөхсәт ителгән алымдар менән һәм артабан тирене тапшырыу мотлаҡ. Һунарсыларға ауланған бүре тиреһе өсөн 3000 һум күләмендә премия ҡаралған, бер баш төлкө хаҡы иһә — 200 һум. Йәмғеһе 100 баш бүре һәм 550 баш төлкөнө ауларға рөхсәт бирелгән. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, атып алынған йыртҡыстар һаны билдәләнгән иҫәпкә етмәй.    

Һунарсылар табышын “БР буйынса һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” ойошмаһының әҙерләү пункттарына тапшырырға тейеш. Тиренең ниндәй йәнлектеке булыуына һәм ҡотороу ауырыуына экспертиза эшләгәндән һуң, һунарсыларға түләүҙәр башҡарыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть