8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2010 йыл, 15:10

Алыҫ араларға йөрөүсе поездарҙа йөрөү хаҡы арзанайҙы

автор: Любовь Колоколова

Әлеге ваҡытта тимер юлдар селтәрендә алыҫ араға пассажирҙар йөрөтөү хаҡы бер ни тиклем кәметелде.

11 ғинуарҙан “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә йөрөүсе поездарында йөрөү хаҡы уртаса йыллыҡ тарифтан 15 процентҡа кәмерәк. Кәметеү коэффициентының ғәмәлдә булыу срогы – 39 көн: быйыл 18 февралгә тиклем.

2010 йылда алыҫ араға пассажирҙар ташыуға тарифтар 266 көн буйына йыллыҡ уртаса кимәлдән йә кәмерәк, йә тигеҙ була. Арттырыу коэффициенттары 99 көн генә ғәмәлдә буласаҡ, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән элемтә хеҙмәте.

2010 йылға һығылмалы тариф көйләүе графигы “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында баҫылған. Тарифтарҙы үҙгәртеү осорҙарын белеп, пассажирҙар сәфәрен алдан планлаштыра һәм уның менән бәйле сығымдарын кәметә ала.

Өҫтәмә мәғлүмәтте вокзалдарҙың белешмә бюроһында һәм 8-800-200-67-67 телефоны (шылтыратыу Рәсәйҙең һәр нөктәһенән дә бушлай) аша алырға мөмкин.