8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2010 йыл, 11:43

Торлаҡты хосусилаштырыуға йәнә өс йыл ваҡыт бирелде

автор: Лилия Тыртышная

Милкен хосусилаштырмаған граждандарға уйларға йәнә өҫтәмә өс йыл бирелде.

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары өс уҡыуҙа Рәсәйҙә торлаҡты бушлай хосусилаштырыуҙы 2013 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыусы закон проектын ҡабул итте. Бының өсөн “РФ Торлаҡ кодексын ғәмәлгә индереү тураһындағы” Федераль законға үҙгәрештәр индеререләсәк. Элек торлаҡты бушлай хосусилаштырыу срогы 2007 йылдың 1 мартынан 2010 йылдың 1 мартына күсерелгәйне. Был юлы ла уны өс йылға оҙайттылар.

Закон сығарыусылар ҡарарын теләге булғандарҙың барыһының да торлаҡты үҙ милке итеп теркәп өлгөрмәүе менән аңлата. Тәү сиратта, был Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата дәүләттән фатир аласаҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡағыла. Тағы бер сәбәбе булараҡ 2009 йылда бөтә донъя иҡтисади көрсөгө арҡаһында яңы торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу тиҙлеге кәмеүе билдәләнгән, һуңлап тапшырылған торлаҡты үҙ милкең итеп теркәгәндә ҡатмарлыҡтар тыумаһын өсөн өҫтәмә ваҡыт талап ителә.

Закон проектының икенсе яғы булып деприватизация ваҡытын оҙайтыу тора. Йәғни  фатирын хосусилаштырған граждандарға уны киренән муниципаль милеккә ҡайтарыуға мөмкинлек бирелә, кеше, үҙ сиратында, мөлкәткә тәғәйенләнгән һалымдан ҡотола. Әйтергә кәрәк, һуңғыһының яҡын арала күпкә артыуы көтөлә.