11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 10:43

Хакимиәт башлыҡтары семинары үткәрелә

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинары эшләй башланы. Уның темаһы — “Башҡортостан Республикаһын артабан үҫтереү факторы булараҡ һөҙөмтәле урындағы үҙидара”.

Семинар Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың бойороғона ярашлы үткәрелә. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы.

Семинарҙа ҡатнашыусылар республикала муниципаль реформа барышын, уның һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарын, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларын тикшерәсәк. Улар алдында республика Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе сығыш яһаны. Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министрының һәм уның ағзаларының, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренең, билдәле ғалимдарҙың сығыштарын тыңлаясаҡ.

Семинар сиктәрендә үтәсәк курстар муниципаль райондар һәм ҡала округтарының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу буйынса үҙенсәлекле сараларҙы, муниципалитеттарға идара итеүҙең яңы формаларын асыҡлауға йүнәлтелгән. Программаға ярашлы, семинарҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәренә арналған тематик лекциялар тыңлаясаҡ.

Тематик программаға шулай уҡ урындағы үҙидара органдарының күҙәтеү органдары менән үҙ-ара эш итеүе, электрон документтар әйләнешен үҫтереү һәм хакимиәттәрҙе компьютерлаштырыу, коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса лекциялар индерелгән. Бынан тыш, семинарҙа ҡатнашыусылар Өфөләге ҡайһы бер предприятиеларға барасаҡ, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, Шамонин ауылында аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө тәжрибәһен өйрәнәсәк, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашасаҡ. Семинар 22 ғинуарҙа тамамланасаҡ.