7 декабрь, Шаршамбы

18 ғинуар 2010 йыл, 10:40

"Китап" нәшриәте бер йылда 317 төр китап продукцияһы сығарған

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт “Китап” нәшриәте өсөн уҙған йыл юбилейлы булды: нәшриәт октябрҙә үҙенең 90 йыллығын билдәләне. Юбилейға әҙерлек сиктәрендә республика райондары буйлап автойөрөү, китап продукцияһының, яңы сыҡҡан баҫмаларҙың күргәҙмәһе, “Китап” авторҙарының уҡыусылар менән осрашыуҙары һәм башҡа төрлө саралар үтте.

2009 йылда “Китап” нәшриәте 317 төр продукция баҫтырған, шулар иҫәбендә 103 уҡыу-педагогик әсбап, 118 исемлектә художестволы әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте – 26, фәнни-популяр әҙәбиәт – 46 һәм 24 башҡа төрҙәге баҫма нәшер ителгән. 2008 йылға ҡарағанда был 16 төргә күберәк.

«Китап» уҡыу әсбаптарын баҫтырыу һәм республика милли мәктәптәрен тәьмин итеүҙе дауам итә. Илдәге һәм төбәктәге мөһим хәл-ваҡиғаларға, иҫтәлекле даталарға бәйле әҙәбиәт тә йыл һайын нәшер ителә. Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән “Китап” нәшритәте 2008 йылда уҡ беренселәрҙән булып Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың китаптарын баҫтырыу эшен башланы. 2010 йылдың май айына тиклем ошондай 40 китап сығарырға планлаштырыла.  

“Китап” нәшриәте заман менән бергә атлай, уҡыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында интернет-ресурстар ҡуллана. Яңы баҫмалар, адрес һәм телефондар, хаҡтар тураһында мәғлүмәтте  www.kitap-ufa.ru сайтынан табырға мөмкин.