10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 10:11

Почта маркаһын Уҡытыусы йылына арнаясаҡтар

автор: Любовь Колоколова

Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы итеп иғлан ителгән 2010 йылда Федераль элемтә агентлығы башланғысында дәүләт почта түләүе билдәләре өсөн Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсы иғлан ителде. Конкурс уҡытыусының балалар, хәҙерге мәктәп һәм тотош йәмғиәт тормошондағы роленә арналған.

«Рәсәй почтаһы», «Марка» Нәшриәт-сауҙа үҙәге Һәм Рәсәй Филателистар союзы тарафынан ойошторолған «Уҡытыусы йылы» һүрәттәр конкурсы Рәсәй уҡытыусыһы шәхесенә, педагогик эшмәкәрлектең күп яҡлылығына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә тейеш. Конкурстың бурысы – уҡытыусыларҙың Рәсәй үҫмерҙәренең киләсәген формалаштырыуға, уларҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләү.

«Уҡытыусы йылы» конкурсында теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала, унда өс номинация күҙ уңында тотола: балалар эштәре (ҡатнашыусыларҙың йәше —7-нән алып 17-гә тиклем), һәүәҫкәрҙәр эштәре –18 йәштән алып, шулай уҡ ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, профессиональ рәссамдар һәм һынлы сәнғәт уҡыу йорттары уҡыусыларының эштәре.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Башҡортостанда һайлап алыу туры 28 февралгә тиклем дауам итәсәк. Уның йомғаҡтары буйынса һәр номинацияла өсәр иң яҡшы эш билдәләнәсәк һәм улар киләһе этапта ҡатнашасаҡ. Федераль этап 1 марттан 31-нә тиклем барасаҡ. Жюри йомғаҡ яһаясаҡ һәм туғыҙ финалисты асыҡлаясаҡ – һәр номинацияла өсәр еңеүсе.

Быйыл апрелдә конкурсты ойоштороусылар сайттарында (www.russianpost.ru һәм www.rusmarka.ru) асыҡ тауыш биреү ойоштороласаҡ, уның һөҙөмтәләре еңеүсене билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ.

15 майҙан һуңға ҡалмайынса жюри асыҡ тауыш биреүгә йомғаҡ яһаясаҡ һәм уларҙы маркалар әҙерләгәндә файҙаланыласаҡ эштәрҙе билдәләү өсөн дәүләт почта түләүе билдәләре буйынса Федераль агентлыҡ комиссияһына ебәрәсәк.

Еңеп сыҡҡан һүрәттәр нигеҙендә эскиздар буйынса почта маркаһы, тәүге көн конверты һәм художестволы маркалы конверт сығарыласаҡ. Почта маркаһын ғәмәлдән сығарыу тантанаһы 4 октябрҙә, Уҡытыусылар көнөн байрам итер алдынан үткәрелә.

«Уҡытыусы йылы» конкурсы тураһында ентекле мәғлүмәтте www.ufps.ufanet.ru,  www.russianpost.ru һәм www.rusmarka.ru сайттарында табырға мөмкин.