5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2010 йыл, 9:37

Мохтаж ветерандар торлаҡ менән тьмин ителәсәк

автор: Лилия Тыртышная

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһы ла, шул иҫәптән һәләк булған һәм мәрхүм ветерандарҙың ғаилә ағзалары торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.

1941-1945 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы РФ президенты Указына аныҡлыҡ индерелде. Төҙәтмәлә элекке 2005 йылдың 5 мартына тиклем иҫәпкә торғандарҙы ғына түгел, ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж бар инвалид һәм ветерандарҙы һәм мәрхүм (һәләк булған) ветерандарҙың, инвалидтарҙың ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеүҙе тамамлау кәрәклеге хаҡында әйтелә. Ветерандарҙы һәм уның ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеүҙең һуңғы көнөн билдәләгән (2010 йылдың 1 майы) күрһәтмә лә Указдан төшөп ҡалған.  

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Наталья Алмаеваның “Башинформ”ға хәбәр итеүенсә, уҙған йылда федераль бюджет иҫәбенән Бөйөк Ватан һуғышының 393 ветераны торлаҡ менән тәьмин ителгән (2005 йылдан 2008 йылға ҡәҙәр 70 ветеран фатир алған). Тағы ла 35 ветеранға торлаҡ һатып алыуға таныҡлыҡ бирелгән, әле улар һатып аласаҡ торлаҡ бинаның вариантын һайланған, документтары рәсмиләштереү өҫтөндә. Министр урынбаҫары 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған ветеран һәм инвалидтарҙың, һәм уларҙың ғаиләләренең 2010 йылдың 1 майына тиклем торлаҡ менән тәьмин ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта Төбәктәр үҫеше министрлығы һорауы буйынса республиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һәм 2005 йылдан һуң иҫәпкә баҫҡан ветерандар һәм инвалидтарҙың иҫәбен асыҡлай.

темалар: Социаль яҡлау