7 декабрь, Шаршамбы

15 ғинуар 2010 йыл, 17:46

Йәш кадрҙар наградалар алды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә уҙған Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған махсус премия лауреаттарын наградлау үткәрелде.

«Йәш белгес» номинацияһында һынау цехының технологик бюроһы  начальнигы Андрей Волик еңеүсе булды. Уның «Газотурбина двигателенең техник торошон күҙәтеү һәм нормалаштырыу программа комплексы» эше ҡабул итеү-тапшырыу һынауҙары процесында двигателдәрҙе сифатлыраҡ көйләү мөмкинлектәрен тикшерә.

«Йәш эшсе» номинацияһында предприятиела уңышлы индерелгән бер нисә рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы, механик йыйыу цехы көйләүсеһе Алексей Коряковцев иң яҡшы тип танылды.

Инструменталь цехтың план-диспетчер бюроһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Килмәтова «Йәштәр лидеры» номинацияһында беренсе булды. Һәләтле етәксе булараҡ, ул цехтың йәштәр коллективын әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеккә йәлеп итә алды.  Уның инициативаһы буйынса подразделениеның йәш белгестәре йыл буйына профессиональ оҫталыҡ конкурстарында, шулай уҡ спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы.

«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге бөтә лауреаттарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы.

темалар: кадрҙар