Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө нефть эшкәртеү заводы һаҡлау ҡоролмалары конкурсында еңде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы үткәргән 150-600 кеше һыйҙырышлы граждандар оборонаһы ҡоролмаларын файҙаланыу һәм тейешле тәртиптә тотоуға бәйле смотр-конкурсында “Өфө нефть эшкәртеү заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте беренсе урын яуланы.

Конкурс ике этапта үтте: республика район һәм ҡалаларында комиссия һаҡлау ҡоролмаларын тикшерҙе, артабан БР буйынса Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дәүләт учреждениеһы төбәктәге иң яҡшы нығытмаларҙы билдәләне. Төрлө билдәләр буйынса ҡоролмаларҙың әҙерлеге, шул иҫәптән һаҡлау ҡоролмаларының герметиклығы, инженер-техник хеҙмәтләндереүҙең сифаты һәм башҡалар баһаланды.

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, конкурста ике меңгә яҡын объект ҡатнашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть