9 декабрь, Йома

15 ғинуар 2010 йыл, 17:04

Көндәр тағы ла һыуыныуы көтөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

17-18 ғинуарҙа Башҡортостанда тағы ла көслө һыуыҡтар көтөлә.

“Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, көндәр бөгөн үк һыуыта башлай. Ә шәмбенән йәкшәмбегә ҡарата төндә термометр бағанаһы минус 28-33 градусҡа тиклем төшәсәк. Көн аяҙытҡанда һыуыҡтар 40-42 градусҡа тиклем көсәйәсәк.

Синоптиктар көслө ел вәғәҙә итмәй. Көньяҡ-көнбайыштан секундына өс-биш метр тиҙлектә ел иҫеүе көтөлә. “Башгидромет” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һыуыҡ һауа киләһе аҙна буйына торасаҡ. Һуңғы тапҡыр бындай көслө һыуыҡтар Башҡортостанда 2006 йылдың ғинуар уртаһында – февраль башында һәм 2002 йылдың декабрендә күҙәтелгәйне.

Ҡар ҡатламына килгәндә, ул республикала норманан артмай. Ғинуар айында яуған ҡарҙар ҡарһыҙ ноябрь һәм декабрҙе компенсацияланы.