Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Еҙ ун һумлыҡтар әйләнешкә инде

Иҡтисад

1 ғинуарҙа Рәсәй биләмәһендә ун һумлыҡ банкноттар баҫыуҙы туҡтаттылар. Уларға алмашҡа шул уҡ ҡиммәттәге еҙ тәңкәләр килде. Тәңкәләрҙең тәүге партияһы республикаға яңы йыл каникулдарынан һуң уҡ килтерелде.

Банкноттарҙы металл аҡсалар менән алмаштырыу аҡрынлап барасаҡ. Һуңғы ҡағыҙ унлыҡтар әйләнештән 2012 йыл аҙағында алынасаҡ.

БР Милли банкының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, алмаштырыу экономиялау маҡсатында үткәрелә. 10 һәм 50 һумлыҡ банкноттар – бер йылдан аҙыраҡ, 100 һәм 500 һумлыҡтар – ике йылдан артыҡ түгел, 1000 һәм 5000 һумлыҡтар биш йылға тиклем хеҙмәт итә. Металл аҡсаның хеҙмәт итеү срогы – 25-30 йыл.

Бынан тыш, ҡағыҙҙы металл менән алмаштырыуҙа Милли банк илдә гәзит-билет автоматтары, мини-кафелар кеүек автоматлаштырылған сауҙаны үҫтереү өсөн стимул күрә. Был сауҙала ҡатнашыусылар күптән инде металл аҡсаларҙың уңайлылығы тураһында һөйләй.

Тәңкә диск формаһында, төҫө – һары. Тәңкә аверсында – Рәсәй Банкы эмблемаһы – ике башлы сәмреғош. Реверсында – аҡса номиналы: 10 һум. Металл аҡса һаҡ билдәләре комплексына эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть