Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Милиция автопаркын яңы машиналар тулыландырҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус техника автопаркы яңы автомобилдәр менән тулыланды. БР буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы башланыр алдынан министрлыҡ алдындағы майҙанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты  начальнигы Владимир Лукьянов республика милицияһы ведомствоһына 10 машина һәм «БТР-80» бронетранспортеры тапшырҙы.

— Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселеге йәмәғәт тәртибен, оператив тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, матди-техник базаны нығытыу йәһәтенән Башҡортостан милицияһы эшен ыңғай баһалай, – тип айырып билдәләне департамент начальнигы. – Шуға күрә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, 2009 йылда бүленгән машиналарға өҫтәп ошо транспортты тапшырырға ҡарар ителде. Беҙ, был һеҙгә артабан да эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Үҙ сиратында, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин республика милиция ведомствоһы коллективы исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығына күрһәтелгән ярҙам һәм оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары баһалаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының 15-16 ғинуарҙа үтәсәк киңәйтелгән ултырышы тамамланғандан һуң яңы автомобилдәрҙе республика ҡалаларына һәм райондарына бүләсәктәр. «УАЗ» автомашиналары, микроавтобус һәм «ЗИЛ» базаһында ҡулға алынғандарҙы ташыу өсөн машина ҡала һәм район эске эштәр бүлектәренең дежур частары, конвой хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән, ә «БТР-80» бронетранспортеры ОМОН-ға ебәреләсәк.

Хәҙерге ваҡытта бөтәһе Рәсәй эске эштәр органдары ҡарамағында 30-лап төрлө модификациялы автомобилдәр иҫәпләнә, улар дәүләт оборона заказы сиктәрендә конкурс нигеҙендә һатып алына. 2009 йылда Башҡортостанға 120-ләп автомашина бүленде, ә быйыл, Владимир Лукьянов әйтеүенсә, 200-гә яҡын техника берәмеге тапшырырға планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть