Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Сифат буйынса Башҡортостандың төбәк комиссияһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының сифат буйынса төбәк комиссияһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан тип табылған һәм почетлы диплом менән бүләкләнгән. Бүләкләү тантанаһы Звенигородта (Мәскәү өлкәһе) “Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары” Программаһы дирекцияһы менән ойошторолған 2009 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса төбәк сифат комиссияларының кәңәшмәһенән һуң булып үтте.  

Кәңәшмәлә 2009 йыл конкурсы һөҙөмтәләре һәм 2010 йылда үтәсәк конкурстың методик материалы тикшерелә.

Башҡортостан предприятиелары сифат өлкәһендә һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Республикала прогрессив халыҡ-ара стандарттар нигеҙендә эффектив менеджмент алымдары индерелә. Был эштең төп күрһәткесе – “Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары” программа-конкурсында наградалар иҫәбе.

Программа илебеҙҙә 1998 йылдан эшләп килә. Башҡортостан йыл һайын алдынғы урын биләй. 2009 йыл конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй субъекттары араһында ул икенсе урынға сыҡҡан: хеҙмәт һәм продукцияның 35 төрө — лауреат, 70-е  дипломант булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть